Бөтә яңылыҡтар
Туризм
4 Декабрь 2020, 21:00

Аксаковта шыршыҡай ҡуйҙылар

Аксаков ауылының вокзал алды майҙанында Яңы йылдың төп символын –шыршы ҡуйҙылар.

Йәшел һылыуҡайҙы әллә ҡайҙағы алыҫ урмандан түгел, ә күрше урамдан килтергәндәр. Ольга Николаевна Добрусина баҡсаһында үҫкән ағасты ауылдаштарына байрамға бүләк иткән. Ә «Бәләбәй ҡала электр селтәре» йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре уны законлы урынына килтереп ултыртҡан. Әлегә шыршыҡай ҡупшыланмаған: уйынсыҡтар ҙә эленмәгән, уттары ла юҡ. Тиҙҙән ул төрлө төҫтә балҡып, аксаковтарға, килгән ҡунаҡтарға байрам кәйефе бүләк итеп торасаҡ.
Читайте нас: