Бөтә яңылыҡтар
Туризм
4 Декабрь 2020, 16:00

Башҡорт һылыуҡайы Учалыла йәшәй

Өфөлә уҙған башҡорт ҡыҙҙарының «Һылыуҡай-2020» Бөтә Рәсәй конкурсында затлы тажды һәм «Лада» автомобилен Учалы районынан 19 йәшлек Ләйсән Шөғәйепова яуланы. Бүләкте Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров тапшырҙы.

Беренсе урынды Сибайҙан 10-сы класс уҡыусыһы Шәүрә Яхина алды. Икенсе урынды Пермь крайынан Гүзәл Наҙарғолова һәм Ырымбур өлкәһенән Линиза Солтанғужина бүлеште. Өсөнсө урында – Мәләүездән Дилә Вәлиева, Бөрйән районынан Эльвина Семенова һәм Көйөргәҙе районынан Розалина Ибраһимова.
Күләмле проекттың финалында Башҡортостан ҡала-райондарынан – Сибайҙан, Мәләүездән, Өфөнән, Балаҡатай, Бөрйән, Көйөргәҙе, Мәсетле, Яңауыл, Учалы райондарынан, шулай уҡ Рәсәй төбәктәренән – Силәбе, Свердловск, Ырымбур, Һамар, Һарытау, Ленинград, Мәскәү өлкәләренән, Пермь крайынан, Ханты-Манси автономиялы округынан һәм Татарстан Республикаһынан 16-25 йәшлек 20 ҡыҙ ҡатнашты. Тамашасы һөйөүе призына Розалина Ибраһимова лайыҡ булды. Финалда ҡатнашыусыларҙың бөтәһе лә номинацияларҙа бүләкләнде. Һәр ҡыҙға милли биҙәктәр төшөрөлгән һандыҡ, байтаҡ бүләктәр тапшырылды.
Читайте нас: