Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
4 Декабрь 2020, 18:00

«Конституция-2020. Асыҡ власть эволюцияһы»

Бөгөн Өфөлә шулай тип аталған Бөтә Рәсәй юридик форумы үтә. Унда Рәсәй Конституцияһына индерелгән төҙәтмәләр буйынса фекер алышыу бара.

Форумда илдәге әйҙәүсе эскперттар, юристар, дәүләт эшмәкәрҙәре ҡатнаша. Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров әйтеүенсә, Рәсәй Конституцияһына ҡабул ителгән ҡайһы бер үҙгәрештәр Башҡортостанда күптән ғәмәлдә. Уның фекеренсә, Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр урынлы һәм кәрәкле булды. Үҙгәреш халыҡ тормошон яҡшыртыу мәнфәғәтенән сығып әҙерләнде.
Форум барышында эшлекле секциялар һәм фекер алышыу майҙансыҡтары эшләй. Бындағы сығыштар ғилми йыйынтыҡта һәм фәнни журналдарҙа баҫылып сыға.
Читайте нас: