Бөтә яңылыҡтар
Туризм
5 Декабрь 2020, 14:30

Ҡунаҡһарайҙа үҙенсәлекле күргәҙмә эшләй

«Башҡортостандың Милли архивында халыҡ иҫәбен алыу буйынса документтар» тигән күргәҙмәне Башҡортостан Милли архивы менән Архив эштәре буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән. Был хаҡта ойошмаларҙың рәсми сайттары аша хәбәр иткәндәр.

Күсмә күргәҙмә тарихи документтар, төрлө йылдарҙағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре тупланмаһынан тора. Улар дүрт күсмә витрина һәм сенсор өҫтәлдә урын ала.
Күргәҙмә бик файҙалы. Унда килгәндәр «Башархив» порталы менән ҡулланырға өйрәнә ала.
«Башархив» – тарихта тәүге тапҡыр Башҡортостан халҡына 1917 йылғы ауыл хужалығы буйынса иҫәп алыуға ҡағылышлы мәғлүмәттәргә юл асҡан уникаль проект. Унда Өфө губернаһының биш өйәҙе буйынса – ә был хәҙерге Башҡортостандың күпселек райондары тигән һүҙ – документтар тупланған. 5740 документ асыҡ ҡулланылышҡа ҡуйылған. Порталға инеп, теләгән һәр кем үҙенең нәҫеле, уларҙың йәшәү рәүеше, тарихы менән танышып, шәжәрәһе өсөн кәрәкле мәғлүмәт белешә ала.
Фото «Башархив»тан
Читайте нас: