Бөтә яңылыҡтар
Туризм
6 Декабрь 2020, 12:00

«7 егет»тең еңеүсеһен һәм башҡорт тоҡомло ат хужаһын тиҙҙән белербеҙ

«7 егет» проектының финалы «Егеттәр балы» форматында үтәсәк. Белеүегеҙсә, проект Башҡортостан юлдаш телевидениеһында бара.

Шоу-программала проекттың төп геройҙары менән бергә уларҙы төрлө һөнәрҙәргә өйрәткән оҫталар, билдәле йырсылар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша. Был шоу-программа тамашасыларға Башҡортостан юлдаш телевидениеһында Яңы йыл төнөндә күрһәтеләсәк.
Хәбәр ителгәнсә, «7 егет» проектының еңеүсеһен үҙенсәлекле бүләк – башҡорт тоҡомло ат көтә. Еңеүсенең исеме «Егеттәр балы»ында билдәле буласаҡ. Шулай уҡ «Тамашасылар һөйөүе» призы ла булдырылған. Бының өсөн һәр кем телеканалдың рәсми сәхифәһендә ойошторолған онлайн-тауыш биреүҙә ҡатнаша ала.
2019 йылда халыҡ кәсептәрен үҫтереү һәм киңерәк таратыу маҡсатында барлыҡҡа килгән «7 егет» реалити-шоуы күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты. Быйыл уның икенсе миҙгеле тамамланыуға яҡынлаша. Проект барышында уның геройҙары 13 төрлө халыҡ кәсебен үҙләштерҙе, мәҫәлән, быйма баҫырға, сыбыртҡы ишергә, музыка ҡоралдары эшләргә өйрәнде.
Шулай итеп, тиҙҙән «7 егет»тең еңеүсеһен һәм башҡорт тоҡомло ат хужаһын беләсәкбеҙ.
Фото «Башинформ»дан
Читайте нас: