Мәғлүм булыуынса, августа Ҡуштауҙа булған ваҡиғаларҙан һуң Рәсәй Прокуратураһы дәүләттең «БСК» компанияһы активтарына контролде юғалтыуына бәйле тикшереү ойошторҙо. Уның барышында хосусилаштырыу тураһындағы ҡануниәттең боҙолоуы асыҡланған, Рәсәй Федерацияһы иркенән тыш комплекстың милегенә хоҡуҡ сит хужалар ҡулына күскән.
Рәсәй Генераль прокуратураһы Башҡортостандың арбитраж судына законһыҙ сит хужаларҙан милекте ҡайтарыу буйынса дәғүә белдереп мөрәжәғәт итә. Ошо көндәрҙә арбитраж суд дәғүәне ҡарауҙы тамамланы. Дәүләт милке менән идара буйынса федераль агентлыҡ вәкиле лә дәғүә талаптарын хуплауын белдерҙе. Шулай итеп, «БСК» акционерҙар йәмғиәте компанияһының ябай исемле акцияларының 95,72 процентын «Төбәк фонды», «Башҡорт химияһы» акционерҙар йәмғиәттәренән һәм «Башҡорт химияһы» сауҙа йорто яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән тартып алыу тураһында ҡарар сығарылған. Суд акционерҙар реестрын, акцияларын номиналь тотҡан «Реестр» акционерҙар йәмғиәтенә һәм «УРАЛСИБ банкы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә, яуап биреүселәр иҫәбенән алып, Дәүләт милке менән идара итеү буйынса федераль агентлыҡтың иҫәбенә күсерергә ҡушты.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 24 октябрҙә «БСК» компанияһының профсоюз активы менән осрашҡанда Рәсәй Генераль прокуратураһының дәғүәһен хуплауын белдергәйне. «Генераль прокуратураның дәғүәһен хуплау тураһында ҡарар ҡабул иттек. «БСК» акциялары Рәсәй Федерацияһы милкенә күсергә тейеш тип иҫәпләйбеҙ. Шуны ла әйткем килә, артабан республика мәнфәғәте компания менән идара итеү йәһәтенән зыян күрмәйәсәк, тик нығынасаҡ ҡына. Беҙҙең пакет һиҙерлек буласаҡ. Эйе, был бер ни тиклем ваҡытты аласаҡ, әммә предприятиеның киләсәге ныҡлы буласаҡ», – тине Радий Хәбиров.
Республика Башлығы белдереүенсә, судҡа бәйле процестар тамамланғас, компания етештереүҙе камиллаштырыуға һәм экологик сәйәсәткә айырыуса иғтибар бирергә тейеш.