Туризм
9 Февраля 2021, 11:00

9 февраль – Халыҡ-ара стоматологтар көнө

Бөгөн бөтә планета буйынса Халыҡ-ара стоматологтар көнө билдәләнә.

32 теште лә һаҡлау зарурлығы тураһында кешегә бәләкәйҙән әйтә киләләр. Сөнки теш – кеше организмының үҙ аллы тергеҙелмәй торған берҙән-бер өлөшө. Шуға сәләмәтлектең нигеҙе булған тештәребеҙҙе таҙа тоторға тырышайыҡ, теш табиптарына күренеүҙән ҡурҡмайыҡ. Ә һорашыуҙарҙан күренеүенсә, илдә йәшәүселәрҙең өстән бер өлөшө генә стоматологҡа тештәре ныҡ һыҙлағанда ғына бара икән.
Билдәле булыуынса, Рәсәйҙә теш табиптарын әҙерләүсе тәүге мәктәп 1881 йылда Санкт-Петербургта асылған. Ике йылдан инде 450-нән ашыу стоматолог илдең төрлө ҡалаларында эш башлаған. Хәҙер хатта мәктәптәрҙә лә стоматология кабинеттары бар. Миҫалға, әле республика мәктәптәрендә 60-тан ашыу шундай кабинет эшләй.
Читайте нас