Туризм
28 Апреля 2021, 11:00

Рәхмәт һиңә, ашығыс ярҙам!

Һәр яҙ һайын ашығыс ярҙам бүлеге хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләй. Илебеҙҙәге миллиондарса кешенең ғүмере ҡай саҡ уларҙың оҫталығына, тиҙ арала ярҙам күрһәтә белеүенә бәйле бит. Әле, һеҙ ошо тексты уҡыған мәлдә лә, йөҙәрләгән «Ашығыс ярҙам» бригадаһы кемдәрҙеңдер ғүмерҙәрен ҡотҡара.

Бәләбәйҙең медицина колледжы студенттары ла был байрамдан ситтә ҡалманы. Ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан «Йырсы шишмәләр» паркында «Хәрәкәт – ул тормош» флешмобы уҙғарҙы. Буласаҡ медиктарға физкультура-спорт йүнәлешендәге «Чемпион» учреждениеһының грек-рим көрәше буйынса тәрбиәләнеүселәре ҡушылды. Сарала ҡатнашыусыларҙы ашығыс ярҙам фельдшеры, үҙебеҙҙең медицина колледжын тамамлаған Марк Салейкин сәләмләне.
Йүгерештә һәр төркөм өсөн айырым дистанция ҡаралғайны. Ҡыҙҙар тәүгеләр булып старт алды, улар ике километрға йүгерҙе. Анна Петрова беренсе булып килде, Камола Холматова менән Дилара Нафиҡова унан бер аҙ ғына ҡалыштылар.

– Был һоҡланғыс сара, беҙ тәнебеҙҙе сыныҡтырабыҙ, – тип тәьҫораттары менән бүлеште «Медик ирекмәндәр»ҙең урындағы бүлексәһе координаторы Камилә Татарова. – Беҙ үҙ миҫалыбыҙҙа йәштәргә, урындағы халыҡҡа спорт менән шөғөлләнергә кәрәклегенә өлгө күрһәтәбеҙ. Улар медиктарҙың йүгереүен күреп, үҙҙәре лә ҡушыла.
Егеттәр өс километрға уҙышты. Глеб Павлов беренсе урын алды, Арыҫлан Әғзәмов – икенсе, Тимур Төхвәтов өсөнсө булып килде.
Башланғыс синыфтар уҡыусылары ла йүгерештә ҡатнашты. 17-се мәктәптән Валерий Михайлов еңеүсе булды. 1-се гимназия уҡыусылары Илья Незнамов менән Ислам Маннанов икенсе һәм өсөнсө булдылар.
Физик культура һәм спорт бүлеге начальнигы Рузил Собханғолов призерҙарға грамоталар һәм миҙалдар тапшырҙы.

Читайте нас