Бөтә яңылыҡтар
Туризм
7 Июнь 2022, 11:00

Туристик кешбэк программаһы буйынса Башҡортостан алда

Волга буйы федераль округында туристик кешбэк программаһы буйынса турҙар һатыу йәһәтенән Башҡортостан беренсе урында.

Туристик кешбэк программаһы буйынса Башҡортостан алда
Туристик кешбэк программаһы буйынса Башҡортостан алда

2021 йыл менән сағыштырғанда республикала ялға һорау 53 процентҡа артҡан. Санатории-России.рф порталы шундай мәғлүмәттәр килтерә. Рейтинг 2022 йылдың яҙында Рәсәй шифаханаларына һатылған турҙар нигеҙендә төҙөлгән.

Башҡортостандан башҡа, тәүге өсәү иҫәбенә Түбәнге Новгород өлкәһе, Пермь крайы ингән. Иң популяр йүнәлештәр: Сочи, Кисловодск, Ессентуки, Анапа һәм Пятигорск.

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: