Бөтә яңылыҡтар
Туризм
27 Июнь 2022, 13:00

«Шүлгәнташ» музей комплексының әҙерлеген ҡараған

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә «Шүлгәнташ» музей комплексының әҙерлеге хаҡында яҙма менән уртаҡлашты.

«Шүлгәнташ» музей комплексының әҙерлеген ҡараған
«Шүлгәнташ» музей комплексының әҙерлеген ҡараған

«Бөгөн Бөрйән районында «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексын асыуға әҙерлекте тикшерҙем», – тип яҙҙы ул.

Белеүебеҙсә, «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексы – Рәсәйҙең уникаль тәбиғәт һәм археология объекттарының береһе, уның базаһында заманса фәнни-мәғрифәт майҙансығы булдырыла.

Музей комплексының экспозицияһы ете тематик блоктан тора: «Таймлайн», «Медиазал», «Ҡаяға һүрәт төшөрөү сәнғәте», «Археология», «Тәбиғәт-ғилми», «Һаҡланыу», «Урал батыр» эпосы». Музейҙың төп экспонаттары – донъяның билдәле реставраторҙары эшләгән Шүлгәнташ мәмерйәһендәге боронғо һүрәттәрҙең репродукциялары йыйынтығы.

Андрей Назаров ҡуйған видеояҙмаларҙан күренеүенсә, музей комплексында эштәр аҙағына яҡынлаша.

«Шүлгәнташ» музей комплексының әҙерлеген ҡараған
«Шүлгәнташ» музей комплексының әҙерлеген ҡараған
«Шүлгәнташ» музей комплексының әҙерлеген ҡараған
Автор:
Читайте нас: