Бөтә яңылыҡтар
Туризм
6 Июль 2022, 13:00

Хаҡлы ялдағылар, өйҙә генә ултырмайыҡ әле!

Республикабыҙҙы күреп йөрөйөк! «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Туризм» программаһы беҙҙең өсөн 42 тур тәҡдим итә.

Хаҡлы ялдағылар, өйҙә генә ултырмайыҡ әле!
Хаҡлы ялдағылар, өйҙә генә ултырмайыҡ әле!

Республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә сәйәхәт итергә теләгән оло быуын вәкилдәре өсөн ошо хаҡта яңы яҙмаһы менән уртаҡлашты.

«Йыш ҡына шулай була: кеше ғүмере буйына тыуып үҫкән районында йәшәй, эшләй. Командировкаларға һәм ял итергә башҡа төбәктәргә бара, ә Башҡортостан буйлап сәйәхәт итмәй. Быны бөтөнләй ғәҙелһеҙлек тип һанайым. Беҙҙә ҡыҙыҡлы урындар бик күп. Шуға күрә «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» программаһын дауам итәбеҙ һәм үҫтерәбеҙ», – тип яҙған ул.

Программаның туристик йүнәлеше буйынса маршруттар һаны арттырылған: хәҙер 14 туроператор республика буйлап 42 тур тәҡдим итә.

«Хаҡлы ялдағыларҙың да әүҙем, ҡыҙыҡлы, бай тормош менән йәшәүе беҙҙең өсөн бик мөһим. Беҙ уларға үҙенсәлекле республикабыҙҙы күрһәтергә теләйбеҙ», – тип билдәләй Башҡортостан Башлығы.

Быйыл программа 10 мең ҡатнашыусыға иҫәпләнгән. Унда 60 йәше тулған ир-егеттәр, 55 йәште үткән, шул иҫәптән ваҡытынан алда пенсияға сыҡҡан  ҡатын-ҡыҙҙар саҡырыла.

Башҡортостан буйлап йылына бер тапҡыр бушлай сәйәхәткә сығырға мөмкин. Программала ҡатнашыусы өсөн трансфер, страховка, маршрут буйынса 8-10 сәғәтлек экскурсиялар, гид-экскурсовод, медицина һәм социаль хеҙмәткәрҙәр, эсәр һыу бушлай.

Программала ҡатнашыу өсөн долголетие.соцтуризмрб.рф сайтында теркәлергә һәм  уңайлы маршрутты,  датаны һайлап, теләһә ниндәй турға яҙылырға, йәки ҡала йәки район хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

 

Автор:
Читайте нас: