+9 °С
Болотло
Закондың үтәлешен тәьмин итеү маҡсатында республика ҡаҙнаһынан аҡса бүлеү ҡарала.
«Янғантау» геопаркы Рәсәйҙә һәм элекке союздаш республикалар араһында тәүгеләрҙән булып халыҡ-ара танылыу алды. Ул ЮНЕСКО-ның геопарктар глобаль селтәренә индерелде. Бөгөн был исемлектә 50-гә яҡын дәүләттең 169 биләмәһе урын алған. Республикала шулай уҡ «Торатау» геопаркы бар. Уны бөтә донъя исемелегенә индереү буйынса етди эш алып барыла.