Бөтә яңылыҡтар
Туризм
23 Ғинуар 2023, 18:00

Башҡортостан Милли туристик рейтинг лидерҙары төркөмөндә

Был күрһәткес буйынса республикабыҙ 11-се урын яулаған. Яңылыҡты социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы яҙып сыҡты.

Башҡортостан Милли туристик рейтинг лидерҙары төркөмөндә
Башҡортостан Милли туристик рейтинг лидерҙары төркөмөндә

Радий Хәбиров белдереүенсә, былтыр беҙҙең төбәккә 1 миллион 700 мең турист килгән. Быйыл был күрһәткестең тағы ла юғарыраҡ булыуы көтөлә. «Үҫеш мөмкинлеге бар. Республиканың популяр йүнәлештәр буйынса тәүге 10 һәм хатта, биш төбәк исемлегенә лә инеү мөмкинлеге бар, тип яҙған Радий Хәбиров. Рейтингҡа килгәндә, уны төҙөүселәр тәү сиратта туристик тармаҡтың хәүефһеҙлеген баһалаған, ҡунаҡханалар инфраструктураһы һәм шифахана-курорт йүнәлеше үҫешенә, шулай уҡ төбәктең популярлығына иғтибар иткән.

Автор:
Читайте нас: