Быйыл Башҡортостан мәктәп туризмы программаһына федераль үҙәктән 188,7 миллион һум аҡса ала. Йәнә 75,5 миллион һум республика ҡаҙнаһынан бүленә. Финанслау күләме буйынса төбәк Рәсәйҙә икенсе урынды биләй. Программала 37,7 мең уҡыусы ҡатнаша.
Былтыр республикабыҙ балалар туризм программаһы тормошҡа ашырылған 18 пилот төбәктең береһе булғайны. Уға федераль бюджеттан – 55,7 миллион, төбәк ҡаҙнаһынан 22 миллион һум бүленде. Республиканың барлыҡ райондарынан 11 мең уҡыусы сәйәхәт итте. Юл йөрөү, туҡланыу, ҡунаҡханаға урынлашыу, экскурсиялар – барыһы ла бушлай булды. Программала ҡатнашыусыларҙы урындағы мәғариф бүлектәре һайлап алды.
2023 йылда Рәсәйҙә балалар туризм программаһына бөтәһе бер миллиард һум йүнәлтелә. Ил Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин ошо туралағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. 29 төбәктә V – IX кластарҙа белем алған 200 меңдән ашыу уҡыусы тыуған яғы йәки күрше төбәктәр буйлап экскурсияға юлланасаҡ.