Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
28 Февраль 2023, 15:00

Башҡортостанда туризм үҫешә

Белгестәр күҙаллауынса, 2023 йылда республикаға дөйөм туристар ағымы 2,3 миллион кешегә етеүе ихтимал.

Башҡортостанда туризм үҫешә
Башҡортостанда туризм үҫешә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмә үткәрҙе. Унда ҡаралған темаларҙың береһе – 2022 йылда төбәктең туризм тармағы үҫешенә йомғаҡ яһау.

Республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов хәбәр итеүенсә, Башҡортостанға туристар ағымы уҙған йылда 1,9 миллион сәфәрҙән артҡан. Был - күләм буйынса Волга буйы федераль округында өсөнсө күрһәткес. Шул уҡ ваҡытта тармаҡта түләүле хеҙмәттәр күләме 25 процентҡа артҡан һәм 13,5 миллиард һум тәшкил иткән.

Шифахана-курорт учреждениелары эшмәкәрлеге – рекреацион секторҙың төп йүнәлештәренең береһе. Шифаханаларға ихтыяж буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында алдынғы һәм Рәсәйҙә бишенсе урынды биләй. 2022 йылда республика шифаханаларында бөтәһе 224 мең кеше ял иткән.

«Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм» исемле төбәк проекты халыҡ араһында ҙур популярлыҡ менән ҡуллана. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса унда 10 мең кеше ҡатнашҡан – 2021 йылға ҡарағанда 2,5 тапҡырға күберәк.

– Беҙ өлкән быуын кешеләре өсөн маршруттар һанын 35-тән 45-кә тиклем арттырҙыҡ. Уларға 100-ҙән ашыу иҫтәлекле урын һәм туристик урындар инә. 2023 йылда программала ҡатнашыусылар һаны 20 меңгә етер тип уйлайбыҙ, – тине Рөстәм Афзалов. – Был проект сиктәрендә күрше дәүләттәргә сәфәрҙәр географияһын киңәйтеү өсөн белорус коллегаларыбыҙ менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ.

2023 йылда мәктәп туризмы программаһын финанслау ярайһы уҡ артҡайны. Был йүнәлешкә федераль бюджетта 188 миллион һумдан ашыу аҡса ҡаралған (Мәскәү өлкәһенән ҡала күләм буйынса икенсе күрһәткес). Был республика буйлап сәйәхәт итә алырҙай балалар һанын өс тапҡыр аттырырға мөмкинлек бирә.

Белгестәр күҙаллауынса, 2023 йылда төбәккә дөйөм туристар ағымы 2,3 миллион кешегә етеүе ихтимал. Бының өсөн Башҡортостанда 32 миллиард һум самаһы инвестиция күләме менән 300-ҙән ашыу тармаҡ проекты ғәмәлгә ашырыла. Ә рекреацион өлкәләге түләүле хеҙмәттәр күләмен йыл аҙағына 17 миллиард һумға тиклем арттырыу планлаштырыла.

Башҡортостанға «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты сиктәрендә бөтәһе 2023 йылға федераль ярҙамдың рекордлы күләмен – 550,2 миллион һумды йәлеп иттеләр, тип билдәләне министр. Был 2022 йылға ҡарағанда 10 тапҡырға күберәк.

Республика Башлығы Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығына һөҙөмтәле эшләгәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Беҙҙә социаль йүнәлештәргә – мәктәп туризмын үҫтереүгә һәм «Башҡортостанда оҙон ғүмер» программаһына байтаҡ аҡса ҡаралған. Халыҡты ошо проекттарға күберәк йәлеп итеү мөһим, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ республика биләмәһендә туристик-мәғлүмәт үҙәктәре төҙөлөшөнөң географияһын да аңларға тейешбеҙ. Мәсьәлә өйрәнеүҙе талап итә, шуға күрә ошо йәһәттән тәҡдимдәр әҙерләүегеҙҙе һорайым.

Башҡортостан Башлығы шулай уҡ сәнәғәт мираҫы объекты – Ғафури районында Красноусол быяла заводы биләмәһендә яңы йәмәғәт киңлеген проектлау эшен башларға ҡушты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәк етәксеһе 2023 йылдың ғинуарында эш сәфәре барышында элекке предприятие биләмәһен ҡараны.

– Был бик матур объект, уның майҙансығында мотлаҡ туристик кластер булдырырға кәрәк, – тине Радий Хәбиров.

Фото: panoramarb.ru

https://bashgazet.ru

Автор:
Читайте нас: