Бөтә яңылыҡтар
Туризм
16 Март 2023, 11:00

Ереван яҡыная

31 мартта Өфөнән Ереванға тура авиарейстар асыла, осоштарҙы Red Wings авиакомпанияһы башҡара, тип хәбәр итте үҙенең телеграм-каналында Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.

Ереван яҡыная
Ереван яҡыная

«Red Wings авиакомпанияһы менән берлектә эш алып барҙыҡ. Ошо йүнәлештәге беренсе рейсты 31 мартта асырға уйлайбыҙ, — тип яҙҙы республиканың транспорт министры. — Ереванға бөтә уңайлыҡтары булған SSJ100 лайнерҙары оса башлай».

Әрмәнстанға осоштар — йома, кире йүнәлештә иһә шәмбе көндәрендә башҡарыла.

«Әйткәндәй, Әрмәнстандың баш ҡалаһы — Red Wings авиакомпанияһының маршрут селтәрендә Өфөнән бишенсе йүнәлеш. Авиакомпания шулай уҡ Алматы, Анталья, Минск һәм Истанбул ҡалаларына оса», — тип өҫтәне Александр Клебанов.

Автор:
Читайте нас: