Бөтә яңылыҡтар
Туризм
26 Июнь 2023, 10:00

Балалар өсөн бушлай сәйәхәт. Был программала нисек ҡатнашырға?

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер –министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә «Мәктәп туризмы» программаһы тураһында һөйләне:

Балалар өсөн бушлай сәйәхәт. Был программала нисек ҡатнашырға?
Балалар өсөн бушлай сәйәхәт. Был программала нисек ҡатнашырға?

«Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проектының «Мәктәп туризмы» программаһына ярашлы, быйыл йәй республиканың 5-9 кластарының 15 меңдән ашыу уҡыусыһы бушлай сәйәхәткә юллана.

 Башҡортостан – 11 пилот төбәктәренең береһе, унда былтырҙан мәктәп туризмы программаһы тормошҡа ашырыла. Быйыл унда Рәсәйҙән 29 субъект ҡатнаша. Проекттың маҡсаты тәү сиратта – илһөйәрлек. Йәш яҡташтарыбыҙ үҙҙәренең тыуған төйәген интернет һәм телевидение аша ғына белергә тейеш түгел. Балаларҙың быны үҙ күҙҙәре менән күреүе лә мөһим.

 Сәйәхәттең оҙайлығы рәттән 24 сәғәттән дә кәм булырға тейеш түгел. Балалар ҡунаҡханала йәшәйҙәр. Турға туҡланыу, экскурсия хеҙмәтләндереүе, кәмендә ике экскурсияла булыу, илһөйәрлек-тәрбиәүи йәки мәҙәни тыуған яҡты өйрәнеү йүнәлешендәге бер оҫталыҡ дәресе инә. Сәйәхәттең хаҡы 7 мең һум, сығымдарҙы дәүләт үҙ иҫәбенә ала.
 Быйыл республикабыҙҙа был программаны тормошҡа ашырыу өсөн федераль ҡаҙнанан 188, 7 миллион һум аҡса йүнәлтелде. Беҙ тағы ла 75,5 миллион һум бүлдек. Был иһә 37,7 мең балаға Башҡортостандың тарихын, мәҙәниәтен, тәбиғәтен яҡындан белергә ярҙам итәсәк. 
Был программала ҡатнашыу тураһында ҡарарҙы уҡыусылар ата-әсәләре, класс етәкселәре менән берлектә ҡабул итә. Ғариза райондың мәғариф бүлегенә тапшырыла. Унда сығыу ваҡытын һәм йүнәлеште ҡарайҙар. Сәйәхәтте туроператорҙар ойоштора, улар маршрут төҙөй. Беҙҙең республикала «Мәктәп туризмы» проектын 21 туристик ойошма тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә».

Фотолар  А. Назаровтың сәхифәһенән.

Балалар өсөн бушлай сәйәхәт. Был программала нисек ҡатнашырға?
Балалар өсөн бушлай сәйәхәт. Был программала нисек ҡатнашырға?
Балалар өсөн бушлай сәйәхәт. Был программала нисек ҡатнашырға?
Автор:
Читайте нас: