Бөтә яңылыҡтар
Туризм
16 Август 2023, 11:00

Башҡортостан автобустары Рәсәйҙең көньяғына пассажирҙар йөрөтөү өсөн рөхсәт алды

Республика башлығы Радий Хәбиров Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта белдерҙе.

Башҡортостан автобустары Рәсәйҙең көньяғына пассажирҙар йөрөтөү өсөн  рөхсәт алды
Башҡортостан автобустары Рәсәйҙең көньяғына пассажирҙар йөрөтөү өсөн рөхсәт алды

Рәсәйҙең Транспорт министрлығы Рәсәйҙең көньяғына автобус маршруттары үтәүгә рөхсәт биргән.

Анапа, Краснодар, Волгоград — республика автобустары был йүнәлештәрҙә пассажирҙар йөрөтә инде.

«Был да туризм. Кешеләр өсөн ҡиммәт түгел. Тик бында түҙемлек кәрәк. Самолетта ике сәғәттә осоп барып етеү түгел, унарлаған сәғәттәр барырға тура килә. Шулай ҙа көньяҡҡа уңайлы автобуста барыу мөмкинлеге ул», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

 

Автор:
Читайте нас: