Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
31 Август 2023, 13:00

1 сентябрҙән – яңы закон

Иртәгәнән төбәктә туризм һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тураһында закон ғәмәлгә инә.

1 сентябрҙән – яңы закон
1 сентябрҙән – яңы закон

Законға айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә туризм критерийҙары һәм үҙенсәлектәре тураһында яңы статья индерелгән. Критерийҙар туризмды махсус йыһазландырылған урындар һәм маршруттарҙа ғына атҡарыу, мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау, билдәле ваҡытҡа туристар төркөмөнөң экосистемаға зыян килтермәҫлек күләмен билдәләүҙе күҙаллай.

Яңы закон республикала эске туризмды үҫтереү һәм экологик именлекте һаҡлау өсөн ҡабул ителгән. Документҡа ярашлы, айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә туризмды ойоштороу һәм атҡарыу, маҡсатҡа ярашлы рекреация сиген билдәләү тәртибе һәм ҡағиҙәләре Башҡортостан Хөкүмәте һәм республика һәм урындағы әһәмиәттәге ҡурсаулыҡтар урынлашҡан муниципалитеттар тарафынан билдәләнәсәк.

Автор:
Читайте нас: