«Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» проекты 2020 йылдан оло йәштәгеләрҙең именлеген һәм социаль-мәҙәни үҫешен күтәреү, һаулығын нығытыу, ғүмерен оҙонайтыу өсөн ғәмәлгә ашырыла. Был бурыстар «Демография» милли проектында ҡуйылған.
«Башҡорт оҙон ғүмерлелеге»нең ете йүнәлеше бар: «Һаулыҡ», «Өлкән быуын граждандарын уҡытыу», «Туризм», «Физик культура», «Мәҙәниәт һәм ижад», «Ирекмәнлек һәм остазлыҡ», «Мәшғүллек һәм оло быуын граждандарының килеме күләмен арттырыу».
Әйтергә кәрәк, «Башҡортостан Республикаһында эске һәм күсмә туризмды үҫтереү» ярҙамсы программаһына ихтыяж ҙур.
Һәр ҡала округы һәм муниципаль район өсөн бер көнлөк бушлай турҙар квотаһы бар. Мәҫәлән, Бәләбәй районы өсөн уҙған йылда 200 урын бүленгәйне.
Райондың ветерандар советы рәйесе, турҙар ойоштороу өсөн яуаплы Александр Буйлов әйтеүенсә, «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм» республика программаһы буйынса район һәм ҡала ветерандары 2024 йылда Өфөгә дүрт тапҡыр бер көнлөк сәйәхәткә барған (200 кеше).
Бынан тыш, урындағы тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙе йәлеп итеп, ветерандар советы Бәләбәй районының иҫтәлекле урындары буйлап 20 экскурсия ойошторған, унда 700 кеше ҡатнашҡан. Район буйлап йөрөү өсөн автобусты «Бәләбәй электр селтәре» йәмғиәте (А. В. Травницкий) бирә.
Был экскурсияларға тәү сиратта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары, ветерандар хәрәкәте активистары, пенсионерҙар иҫәбенән конкурстарҙа, фестивалдәр, спорт сараларында ҡатнашыусылар саҡырыла. 2025 йылда Бәләбәйҙең иҫтәлекле һәм тарихи урындары буйлап 30-лап эскурсия ойоштороу ниәтләнә.
Бынан тыш, ветерандар активы беҙҙең тарихи Бәләбәйҙе һәм районды «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм» программаһының маршрут графигына индерергә теләк белдерә. Приют ҡасабаһының көмөш туристары тәжрибәһе ҡыҙыҡлы. Уларҙың республиканың ҡыҙыҡлы урындары буйлап йөрөүсе сәйәхәтселәр төркөмө бар. Ветерандар бергәләп маршрут төҙөй, автобусҡа заказ бирә (үҙҙәре түләй!) һәм сәйәхәт менән рәхәтләнә. Ә һуңынан «Сәйәхәттәр еле» клубында тәьҫораттары менән бүлешә.
Үҙеңдең ялыңды ойоштора белеү барыһына ла бирелмәгән, ә тәжрибәле туристарҙан өйрәнергә була. Алға, оҙон ғүмерле булырға!
«БИ» белешмәһе
«Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге. Туризм» программаһында ҡатнашыу өсөн мотлаҡ «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм» сайтында теркәлергә кәрәк.
2025 йылда проектта ҡатнашыу өсөн заявкалар оло быуын граждандарынан 55 йәштән башлап (ҡатын-ҡыҙҙар) һәм 60 йәштән (ирҙәр) https://баш-белорусское-долголетие.соцтуризмрб.рф/ сайтында ҡабул ителә.
Фото «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» сайтынан
Любовь Иванова
баш-белорусское-долголетие.соцтуризмрб.рф