Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
11 Ноябрь 2025, 16:00

Эш сәфәрҙәре. Инфраструктура мәсьәләләрен хәл итергә кәрәк

8 ноябрҙә Бәләбәй районына эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина килде. Уның килеүенең маҡсаты – муниципалитеттың мөһим тарихи-мәҙәни ҡиммәткә эйә булған туристик объекттары менән танышыу.

Эш сәфәрҙәре. Инфраструктура мәсьәләләрен хәл итергә кәрәк
Эш сәфәрҙәре. Инфраструктура мәсьәләләрен хәл итергә кәрәк

– Беҙ Светлана Михайловнаға туристар һәм район ҡунаҡтары араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған урындарҙы күрһәттек, – тип һөйләне район хакимиәте башлығы урынбаҫары, бизнес-шериф Татьяна Горденко. –  Сәфәрҙе Өҫән-Ивановка ауылынан башланыҡ, унда Марина Цветаева музейында-Башҡортостан Республикаһы Милли музейы филиалында, Ҡыҙҙар шишмәһендә булдыҡ, шулай уҡ билдәле шағирә исемен йөрөткән урам буйлап йөрөнөк.

Һуңынан Надеждин ауылында, Аксаковтар ғаиләһенең усадьбаһында, туристарҙың тағы бер яратҡан мөйөшөнә баралар. Светлана Верещагина дүрт тематик залы булған музейҙа, йәкшәмбе мәктәбендә һәм һөнәрселәр йортонда булған. Сәфәрҙе Знаменка ауылындағы Деев йортон ҡарап тамамлайҙар.

Беҙҙең районда туризмды артабан үҫтереү өсөн турфирмалар менән тығыҙ эш алып барыу, Өҫән-Ивановкала инфраструктура мәсьәләләрен хәл итеү, Деев йортон тергеҙеү зарур.

Эш осрашыуы барышында Бәләбәй районын туристарҙы тағы ла нығыраҡ йәлеп итерлек итеү өсөн муниципалитет етәкселеге һәм БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы ошо йүнәлештәрҙә планлы рәүештә эшләйәсәк, тигән ҡарар ҡабул ителде.

Фотолар хакимиәттән

Эш сәфәрҙәре. Инфраструктура мәсьәләләрен хәл итергә кәрәк
Эш сәфәрҙәре. Инфраструктура мәсьәләләрен хәл итергә кәрәк
Эш сәфәрҙәре. Инфраструктура мәсьәләләрен хәл итергә кәрәк
Эш сәфәрҙәре. Инфраструктура мәсьәләләрен хәл итергә кәрәк
Эш сәфәрҙәре. Инфраструктура мәсьәләләрен хәл итергә кәрәк
Автор: Римма Султанова  
Читайте нас