Туризм
23 Апреля , 12:00

Өфөнән Абхазияға тура авиарейстар асыла

Тәүге рейс 6 майҙа Сухумдан Өфөгә булһа, ә 7 майҙан Башҡортостандың баш ҡалаһынан осоштар асыла.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөнән Абхазияға тура авиарейстар асылаӨфөнән Абхазияға тура авиарейстар асыла
Өфөнән Абхазияға тура авиарейстар асыла

Өфө менән Сухумды тоташтырасаҡ яңы йүнәлеште «РусЛайн» авиакомпанияһы башлай. Bombardier CRJ100/200 тигән 50 урынлыҡ самолеттар аҙнаһына бер тапҡыр: кесаҙна Өфөнән һәм шаршамбы көндө кирегә осасаҡ.

Яңы йүнәлеш 2026 йылдың октябрь уртаһына тиклем эшләйәсәк тип күҙаллана. Юлға 3 сәғәт 25 минут ваҡыт китә. Ошо хаҡта «Өфө» аэропортының матбуғат хеҙмәтенә һылтанма менән «Республика Башкортостан» гәзите хәбәр итә.

Фото: Альбина Зубарева, «РБ»

Автор:
Читайте нас