Туризм
30 Апреля , 05:00

Яңы туристик маршрут асыласаҡ

Бәләбәй районында «Сплав времен» («Заман иретмәһе») туристик кластеры ойоштороласаҡ. Был хаҡта муниципаль район хакимиәтендә хәбәр иттеләр. 28 апрелдә беҙҙең районда туризмды үҫтереү маҡсатында Бәләбәй районы хакимиәте башлығы, проект инициаторҙары һәм ике ауыл советы башлыҡтары менән өс яҡлы килешеү төҙөлдө.

Яңы туристик маршрут асыласаҡЯңы туристик маршрут асыласаҡ
Яңы туристик маршрут асыласаҡ

Документҡа Знаменка һәм Өҫән-Ивановка ауыл советтарында экскурсия маршруттарын булдырыу буйынса берлектәге ғәмәлдәрҙе координациялау өсөн ҡул ҡуйылған.

Бизнес вәкилдәренең был проекты Азат Сәхәбиев ҡатнашлығында үткәрелгән «Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре»нең береһендә ҡаралды һәм уға булышлыҡ итте.

«Хәҙер эшҡыуарҙарға туристар өсөн күрһәтеү объекттары һәм инфраструктура булдырыу буйынса этаплап эшләргә тура киләсәк. Биләмәләрҙе төҙөкләндереү ҡаралған, берҙәм туристик киңлек булдырыу буйынса эшләнмәләр бар», – тип билдәләне муниципалитет етәксеһе.

Фото хакимиәттән

Автор:Светлана Шириня
Читайте нас