

Бындай һөҙөмтәгә «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» милли проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә өлгәшелде.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы һәм киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, бөгөн төбәктең 49 туроператоры 700-ҙән ашыу төрлө маршрут тәҡдим итә, был киң аудиторияның мәнфәғәттәрен ҡәнәғәтләндерергә мөмкинлек бирә.
Иң популяр маршруттар – Башҡортостан йылғалары буйлап фәнни-популяр, сәнәғәт, экскурсия (шул иҫәптән Башҡортостандың баш ҡалаһы менән танышыу), тау, йәйәүле һәм һалда ағып төшөү турҙары.
Йәйҙең ҡыҙған мәлендә тыуған республикағыҙ буйлап сәйәхәт итеүҙе һайлағыҙ!
Фотолар асыҡ сығанаҡтарҙан