

Людмила Дмитриевна экзотик ҡалалар буйлап экскурсиялар, боронғо ғибәҙәтханаларға һәм замоктарға, парктарға һәм музейҙарға барыуҙары тураһында һөйләгәндә сағыу фотоотчет һәм географик картала маршруттарын күрһәтеп барҙы.
– Сәйәхәттәргә теләгән йәштә йөрөп булыуына инандыҡ. Әүҙем оҙон ғүмерлелек - ысынбарлыҡ, һәм Людмила Еремина быға сағыу миҫал!
Күҙҙәр янып торһа, ә планда киләһе маршрут булһа, тормош сағыу буяуҙар менән балҡый! – тип уртаҡлашты Приют ҡасабаһының ветерандар ойошмаһы рәйесе Людмила Пашина.
Фото: Л. Пашина