

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылда завод тирәһендәге биләмәне төҙөкләндереү концепцияһы уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй иң яҡшы проекттар конкурсында еңеү яуланы. Ә 2023 йылда сәнәғәт объекты ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫының яҡынса исемлегенә индерелә.
Төбәк етәксеһе фестивалдең тематик майҙансыҡтарын ҡараны, унда ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар менән аралашты.
Мәҫәлән, республика Башлығы Башҡортостан рәссамдарының “Баҡыр-Арт-2026” пленэрында бер аҙна дауамында төшөргән картиналар күргәҙмәһе менән танышты. Өфө, Салауат, Ишембай, Бәләбәй, Мәләүез ҡалаларынан 18 автор үҙ картиналарын тәҡдим итте. Һәр береһе бер нисә эш ижад итә.
Рәссам Альберт Хәбибуллин республика Башлығына “Верхотор ауылының иҫке күпере” картинаһын бүләк итте. Радий Хәбиров картинаны “Ваҡыт театры” паркының визит үҙәгенә тапшырасағын билдәләне. Бынан тыш, картиналарҙың бер өлөшөн хәйриә маҡсаттарына тапшыралар, ә алынған аҡсаны 1788 йылда ауылда төҙөлгән Воскресения Словущего сиркәүен тергеҙеү фондына йүнәлтәләр.
Ғибәҙәтханаға ингән саҡта Салауат һәм Күмертау епискобы Николай төҙөүселәрҙең дини объектты реставрациялауҙы дауам итеүе хаҡында һөйләне. Эштәр тамамланғандан һуң ғибәҙәтхана “Башҡортостандың алтын ҡулсаһы” туристик маршрутының бер өлөшө буласаҡ. Бында шулай уҡ төбәктең тау заводы тарихына һәм ауыл тормошонда ғибәҙәтхананың роленә арналған музей экспозицияһы асыла.
Фестиваль майҙансығында ретрофотографиялар күргәҙмәһе лә асылды. Был проект Рәсәй тарихының иң әһәмиәтле һәм бер үк ваҡытта аҙ билдәле ҡатламдарының береһен – XVIII – XX быуат башындағы Башҡортостан тау заводы цивилизацияһын сағылдыра. Күргәҙмәлә күрһәтелгән һүрәттәр ике өлөшкә бүленә. Беренсе блокка завод быуалары, мейестәр, эш урындары һәм сәнәғәт дәүеренең архитектураһы инә, улар биләмәнең йөҙөн формалаштыра. Икенсеһе Воскресенск һәм Верхоторҙа баҡыр иретеү заводтары хужаһы Пашковтар ғаиләһенең тормошона арналған. Фотола усадьба мөхите, мәҙәниәт һәм предприятие хужаларының көндәлек тормошо һүрәтләнгән.
Артабан республика Башлығы “Яҡтылыҡ нуры” хәйриә фонды майҙансығында булды. Уның етәксеһе Әлфиә Баһауетдинова һөйләүенсә, 10 йылдан ашыу фонд аутизм спектры боҙолған һәм башҡа менталь үҫеш үҙенсәлектәре булған балалар тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн ышаныслы партнер булып тора. Радий Хәбиров фонд тәрбиәләнеүселәре менән аралашты һәм уның командаһына хәйриә эшмәкәрлеге өсөн рәхмәт әйтте.
Фестивалдең ижади проекттарының береһе булып кәмәләрҙе биҙәү торҙо. Уны хәҙерге заман рәссамдары Радик Мусин, Жан Андре, Виктор Ермоленко, Азамат 12:34, Эльнур Каркас һәм Әлиә Сәхәпова башҡара, улар “Тау заводы цивилизацияһы” темаһына үҙ ҡарашын тәҡдим итә. Радий Хәбиров стилләштерелгән кәмәләрҙең береһенә ҡул ҡуйҙы.
– Был фестивалде йыл һайын үткәрергә булдыҡ. Яҡшы һөҙөмтә күрәбеҙ. Беренсе көндә генә уны биш меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән башҡа төбәктәрҙән дә, ҡараны, – тине Радий Хәбиров.
Фотолар: Башҡортостан Башлығы сайты.