Туризм
3 Октября , 12:00

Вуз-ара кампуста - фәнни туризм

Өфөләге Вуз-ара студенттар кампусында  Рәсәй төбәктәре ғалимдары өсөн фәнни-популяр туризмдың фәнни-техник һәм биологик-медицина йүнәлештәре буйынса экскурсиялары тәҡдим ителде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Вуз-ара кампуста - фәнни туризмВуз-ара кампуста - фәнни туризм
Вуз-ара кампуста - фәнни туризм

Өфөләге Вуз-ара студенттар кампусында  Рәсәй төбәктәре ғалимдары өсөн фәнни-популяр туризмдың фәнни-техник һәм биологик-медицина йүнәлештәре буйынса экскурсиялары тәҡдим ителде. Тикшеренеүселәр «UUST Nanomaterials Days» халыҡ-ара мәктәп-конференцияһы сиктәрендә Башҡортостандың фәнни һәм туристик ҡеүәте менән танышты. Сара Фән һәм технологиялар ун йыллығы йүнәлешендәге «Фәнни-популяр туризм» инициативаһына тап килә. Ғалимдар ике төркөмгә бүленеп, Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең Вуз-ара ара студенттар кампусындағы лабораторияларҙан алып предприятиеларға һәм медицина учреждениеларына тиклем экскурсияла булды. Ҡунаҡтар тәжрибәле профессорҙар етәкселегендә йәш ғалимдар эшләгән лабораторияларҙа булып, улар менән аралашты. Уникаль станок моделен, яңы авиация двигателе, биомедицина ҡулланыуҙары өсөн наноструктуралы титанды, шул иҫәптән имплантаттарҙы ҡаранылар.

Биологик медицина экскурсияһында дарыуҙарҙың эшләнмәләре һәм һынауҙары, 3D принтерҙа эшләнгән тәғәйен импланттар менән таныштылар. Бында ҡунаҡтарға «Аллоплант» технологияһы һәм биоматериалы, уның медицинаның төрлө өлкәләрендә ҡулланылыуы һәм күреүҙе тергеҙеү мөмкинлектәре тураһында һөйләнеләр. Төҙөлөш, архитектура, машиналар эшләү, медицина кеүек йүнәлештәр буйынса фәнни инфраструктураның төп объекттарын күрһәттеләр. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ағымдағы йылда 35 экскурсия үткәрелгән, уларҙа мең ярым кеше ҡатнашҡан.

Шулай уҡ халыҡ-ара мәктәп-конференцияһында өҫтөнлөклө бурыстар тураһында  дискуссиялар ойошторолдо. «Яңы быуын материалдарының физикаһы һәм химияһы» йүнәлеше буйынса фәнни эш һәм белемде тәрәнәйтеүгә арналған оҫталыҡ дәрестәре һәм семинарҙар үткәрелде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың фәнни-популяр туризм проекты лидерҙар иҫәбенә инде һәм Бөтә Рәсәй «Йыл маршруты» конкурсының һайлап алыу ярымфиналында 1-се урынды яуланы. Быйыл ярымфиналда ҡатнашыуға Рәсәйҙең 20 төбәгендәге 31 тораҡ пункттан 460 ғариза килгән. «Йыл маршруты» конкурсында Башҡортостан бөтә туғыҙМәғлүмәтҙ  маршрут менән таныштырҙылар, 2026 йылда ике яңы маршрутты тормошҡа ашырыу тураһында һөйләнеләр, уларҙың иң популярҙарына баҫым яһанылар, шулай уҡ кешеләрҙең фәнни экскурсияларға күпләп йәлеп ителеүен һыҙыҡ өҫтөнә алдылар. Бөтә туғыҙ маршрут та Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Координация советы экспертизаһын үткән һәм федераль исемлеккә ингән.

Мәғлүмәт һәм фото: https://pravitelstvorb.ru/news/29729/

 

Автор:
Читайте нас