Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
19 Апрель 2022, 13:00

Еңеүҙе ҡаршылап

Бәләбәй муниципаль районы хакимиәтендә хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Ихсан Бәҙретдинов етәкселегендә Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 77 йыллығын әҙерләп уҙғарыу йәһәтенән ойоштороу комитеты ултырышы уҙҙы.

Еңеүҙе ҡаршылап
Еңеүҙе ҡаршылап

Унда хәрби ҡәберлектәрҙе, һәйкәлдәрҙе һәм мемориаль комплекстарҙы төҙөкләндереү, хәрби-патриотик, күмәк кеше ҡатнашлығынды мәҙәни һәм спорт саралары уҙғарыу, йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙы тәьмин итеү, медицина хеҙмәткәрҙәренең киҙеү тороуын, йәмәғәт туҡланыуын ойоштороу мәсьәләләре ҡаралды. Ихсан Әхсән улы «Еңеү көнөн байрам итеү юғары кимәлдә ойошторолорға тейеш», тине.

«БИ» белешмәһе: 2022 йылдың 14 апреленә Бәләбәй районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы алты кеше һәм бер инвалид, бер Ленинград блокадаһында йәшәгән кеше, 394 һуғыш ветераны һәм 42 һуғышта ҡаинашыусының тол ҡатыны йәшәй.

Светлана Шириня материалы буйынса.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

#Бәләбәйхәбәрҙәре #Башҡортостан #Еңеүкөнө#Ғүмербиргәнөсөнрәхмәт

Автор:
Читайте нас: