Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
21 Апрель 2022, 11:00

«Һинең исемең – Еңеүсе!»

«Башҡортостан» киностудияһы ойошторған акция барышында республика кинотеатрҙарында ҡайһы фильмдар күрһәтеләсәк? 

«Һинең исемең – Еңеүсе!»
«Һинең исемең – Еңеүсе!»

Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына арнап, 21 апрелдән май аҙағынаса Ә. Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы «Һинең исемең – Еңеүсе!» хәйриә акцияһы ойоштора.

Ҡайһы бер кинолар түләүле, шулай уҡ Пушкин картаһы менән күрһәтеләсәк. Республиканың муниципаль, Өфөнөң «Родина» кинотеатрҙарында «Беренсе Оскар» (режиссеры - Сергей Мокрицкий), «1941. Берлин өҫтөндә ҡанат» (режиссеры - Константин Буслов) фильмдары, шулай уҡ халыҡ яратып өлгөргән «Ҡыҙыл шәүлә» (режиссеры - Андрей Богатырев), «Мария. Мәскәүҙе ҡотҡарырға» (режиссеры - Вера Сторожева) һәм «Һеңлекәш» (режиссеры - Александр Галибин) картиналары тамашасы хөкөмөнә тапшырыла. Башҡорт кинематографистарының ҡыҫҡа метражлы «Кластан тыш дәрес» (режиссеры - Руслан Юлтаев), «Саптар» (режиссеры - Роман Пожидаев) һәм «Өс хат» (режиссеры - Руслан Юлтаев) фильмдары ла күрһәтеләсәк.

Киностудия директоры Юнир Әминев әйтеүенсә, «Был изге акция йәш быуында илһөйәрлек рухы тәрбиәләү маҡсатында эшләнә. Халыҡ хәтере юйылмай, ул үлемһеҙ».

Фото: «Башҡортостан» киностудияһы.

Автор:
Читайте нас: