Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
23 Апрель 2022, 15:00

«Георгий таҫмаһы» Бөтә Рәсәй патриотик акцияһына старт бирелде

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 77 йыл тулыуға арналған сараны Өфөнөң ирекмәндәр ассоциацияһы ла дәррәү күтәреп алған.

«Георгий таҫмаһы» Бөтә Рәсәй патриотик акцияһына старт бирелде
«Георгий таҫмаһы» Бөтә Рәсәй патриотик акцияһына старт бирелде

Хәрби дан символын улар йәмәғәт транспорты туҡталыштарында, сауҙа үҙәктәре янында һәм Еңеү паркында тарата.

Бер көн эсендә генә баш ҡала халҡына һигеҙ йөҙгә яҡын таҫма таратылған. Әйткәндәй, күләмле акция тәүге тапҡыр 2005 йылдың яҙында уҙғарылғайны. Артабан ул бөтә ил кимәлендә ойошторола башлай.

Автор:
Читайте нас: