Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
1 Май 2022, 11:00

Ветеранда ҡунаҡта

Тәбиғәттең иң күркәм мәлендә олоһон да, кесеһен дә ҡыуандырып, дәһшәтле йылдарҙың шауҡымлы ваҡиғаларын раҫлаусы Еңеү байрамы етә.

Ветеранда ҡунаҡта
Ветеранда ҡунаҡта

Шул сәбәпле Бәләбәй ҡалаһы Башҡорт гимназия-интернатының 1г класы уҡыусылары Эльвира Тимерхан ҡыҙы Алдарова етәкселегендә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәбдрәүеф Сәләх улы Гәрәевте ҡотлау өсөн әҙерлек башланылар. Барыһын да шартына килтереү маҡсатында улар ҙур тырышлыҡ менән шиғырҙар ятланылар, йырҙар өйрәнделәр, хәрби кейемдәр әҙерләнеләр.

Бына көтөп алған ҡыуаныслы көн килеп тә етте.

Һуғыш ветераны балаларҙы шатланып ҡаршы алды. Күкрәгендәге миҙалдары һуғышта күрһәткән батырлыҡтарын дәлилләй ине. Ул үҙенең нисек итеп һуғышҡа китеүе, фашист илбаҫарҙары менән аяуһыҙ көрәше хаҡында  тулҡынландырғыс әңгәмә алып барҙы һәм фронтта төшкән иҫтәлекле фотоларын күрһәтте. Йәш илһөйәрҙәр уны ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланылар, уға рәхмәттәр әйтеп, сәскәләр бүләк иттеләр. Артабан үҙҙәренең сығыштары менән хөрмәтле ветеранды айырыуса ҡыуандырҙылар. Осрашыу аҙағында Ғәбдрәүеф Сәләх улы балаларҙы сәй табынына саҡырҙы.

Еңеү байрамына арналған сара балаларҙың күңеленә хуш килде.

Әлфиә Шафиҡова, тәрбиәсе

 

 

Ветеранда ҡунаҡта
Ветеранда ҡунаҡта
Ветеранда ҡунаҡта
Ветеранда ҡунаҡта
Ветеранда ҡунаҡта
Ветеранда ҡунаҡта
Ветеранда ҡунаҡта
Ветеранда ҡунаҡта
Автор:
Читайте нас: