Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
6 Май 2022, 15:00

Муса Гәрәев тураһында спектаклдең премьераһы була

Еңеү көнө алдынан, 6, 7 майҙа һәм байрам көнөндә – 9 майҙа Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында «Герой йондоҙо» спектакленең премьераһы була, тип яҙа Башинформ.

Муса Гәрәев тураһында спектаклдең премьераһы була
Муса Гәрәев тураһында спектаклдең премьераһы була

Ул легендар осоусы-штурмовик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арнала.

Спектакль Фәрит Әхмәҙиевтең пьесаһы буйынса ҡуйыла. Авторҙашы һәм ҡуйыусы режиссеры — Башҡортостандың халыҡ артисы Ольга Мусина. Пьеса данлыҡлы штурмовиктың хәтирәләренә таянып яҙылған. Муса Гәрәев ролен Әбйәлил Үтәбаев башҡара.

«Еңеү көнө алдынан барыбыҙ ҙа тыныс күк йөҙө бүләк иткән яҡташтарыбыҙҙы ғорурланып иҫкә алабыҙ. Уларҙың ҡаһарманлығы менән ғорурланабыҙ! Шундай геройҙарҙың береһе — легендар летчик-штурмовик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев, — ти театр директоры Рәфис Мөхәмәтйәнов. — Театрыбыҙ репертуарында шундай спектаклдең булыуына бик шатбыҙ».

Ҡуйыусы рәссам — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Юлиә Ғиләжева, видеоинсталляция авторы — Даян Теүәлев. Спектаклдә Ильяс Хәсәншин, Светлана Бронникова, Әсхәт Нәҡиев, Заһир Яруллин, Ренат Фәтхиев һәм башҡа актерҙар ҡатнаша. 

 

Автор:
Читайте нас: