Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
7 Май 2022, 11:00

Башҡортостан Башлығы олатаһы Барый Хәбировтың портретын тотоп сыға

Башҡортостан Башлығы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә «Үлемһеҙ полк» акцияһында ҡатнашырға, колоннала олатаһы, рядовой Барый Латип улы Хәбировтың портретын тотоп барырға йыйыныуы хаҡында хәбәр итте.

Башҡортостан Башлығы олатаһы Барый Хәбировтың портретын тотоп сыға
Башҡортостан Башлығы олатаһы Барый Хәбировтың портретын тотоп сыға

«Олатайым һуғыштың башынан башлап, аҙағына тиклем ҡатнашҡан, уны Монголияла тамамлаған, ҡаты яраланған. Мин уның батырлығы һәм фашизмды еңгән халыҡтың ҡаһарманлығы алдында баш эйәм. Рәсәйҙә үҙенең геройы булмаған ғаилә юҡ. Үлемһеҙ полк  – атай- олатайҙарыбыҙға Еңеү өсөн тағы бер тапҡыр рәхмәт әйтеү, берҙәм булыуыбыҙҙы күрһәтеү ул. Бөгөн илебеҙ, хәрбиҙәребеҙ йәнә нацистарға ҡаршы көрәшкән ваҡытта был бик мөһим», – тип яҙҙы Радий Хәбиров.  

 

Автор:
Читайте нас: