Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
8 Май 2022, 15:00

Иртәгә «Шайморатов генерал» йыры башҡарыла

Легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовтың исеме халыҡ менән айырылғыһыҙ бәйләнгән.

Иртәгә «Шайморатов генерал» йыры башҡарыла
Иртәгә «Шайморатов генерал» йыры башҡарыла

Башҡортостанда Заһир Исмәғилевтең Ҡадир Даян шиғырына яҙған «Шайморатов генерал» йыры күптән халыҡтыҡына әүерелгән. Уны Башҡортостанда, Тыуған илебеҙҙең бөтә мөйөштәрендә йырлайҙар. Быйыл «Шайморатов генерал» йырына 80 йыл тула.

Республика халыҡ ижады үҙәге «Хәтер ере» республика марафоны барышындағы «Шайморатов генерал» илһөйәрлек акцияһында ҡатнашырға саҡыра.

9 майҙа республиканың төрлө мөйөштәрендә ҡатнашыусылар бер үк ваҡытта «Шайморатов генерал» йырын башҡара.

Акция республиканың барлыҡ мәҙәни-ял итеү учреждениеларында ойошторола, уға теләгән һәр кем ҡушылырға мөмкин.

Көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.

Башинформ

Автор:
Читайте нас: