Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
9 Май 2022, 15:00

Владимир Путин Еңеү көнө менән ҡотланы

Рәсәй Федерацияһы Президенты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа Еңеү көнө уңайынан ҡотлау ебәрҙе.

Владимир Путин Еңеү көнө менән ҡотланы
Владимир Путин Еңеү көнө менән ҡотланы

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа Еңеү көнө уңайынан ҡотлау ебәрҙе.

Унда былай тиелә: «Хөрмәтле Радий Фәрит улы! Һеҙҙе Еңеү көнө менән ҡотлайым. Был изге байрамды бөтә Рәсәй билдәләй, ул һәр ҡайһыбыҙ өсөн ҡәҙерле. Ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығы һәм фиҙакәрлеге беҙҙең өсөн һәр саҡ илһамландырғыс өлгө буласаҡ. Улар дошмандың юлына ҡаршы сыҡты, бөтә һынауҙарҙы намыҫ менән үтте, Ватаныбыҙҙың азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалды. Һәм еңде!

Һеҙгә уңыштар, һаулыҡ һәм иң изге теләктәремде еткерәм».

Шулай уҡ ҡотлау сәләмдәрен Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин һәм Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров ебәрҙе.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:
Читайте нас: