Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
13 Май 2022, 15:00

Луганскиҙа генерал Шайморатовҡа бюст ҡуйылды

Был хаҡта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр отряды етәксеһе Тимерйән Рәжәпов хәбәр иткән.

Луганскиҙа генерал Шайморатовҡа бюст ҡуйылды
Луганскиҙа генерал Шайморатовҡа бюст ҡуйылды

Луганскиҙа Республика көнө билдәләнгән көндә Штеровка ауылында Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған мемориаль комплекс, ниһайәт, тулыһынса еренә еткерелгән – унда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командирының бюсы урынлаштырылған. Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы командир папахаһында һынландырылған.

Мәғлүм булыуынса, Миңлеғәле Шайморатов 1943 йылдың 23 февралендә Петровское ҡалаһы һәм Штеровка ауылдары араһындағы ҡалҡыулыҡта һәләк булған.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр отряды етәксеһе, республиканың Хәрби бәрелештәр ветерандары берлеге рәйесе Тимерйән Рәжәпов әйтеүенсә, был мемориаль комплекс 2019 йылда уҡ төҙөлә башлаған, ә бөгөн изге эш тулыһынса атҡарылған.

Автор:
Читайте нас: