Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
18 Июль 2022, 15:00

Быуала ҡотҡарыусылар бар!

Гәзитебеҙҙең социаль селтәрендә хәүефһеҙлек тураһында сыҡҡан яҙманан һуң, ә беҙҙең Бәләбәй быуаһында ҡотҡарыусылар бармы, тип һорайҙар. Беҙҙең хәбәрсе ҡала быуаһына барып та килде.

Быуала ҡотҡарыусылар бар!
Быуала ҡотҡарыусылар бар!

«Йырсы шишмәләр» паркына инеү менән быуаны сүп-сарҙан таҙартыусы ҡыҙғылт һары футболка кейгән ир осрай. Бер ыңғай ул үҙенең эшен ҡарап торған балалар менән әңгәмә алып бара, быуаны бысратырға ярамауы тураһында һөйләй. Был матрос-ҡотҡарыусы үҙе булып сыға ла инде. Марат Баһамановтың эше ҡотҡарыу менән шөғөлләнеүгә генә ҡайтып ҡалмай, ул быуаның таҙалығын һәм матурлығын да хәстәрләй.

Баҡһаң, ҡала быуаһында ике матрос-ҡотҡарыусы эшләй икән: улар ике көн аша бер-береһен алмаштыра. 10-дан 20 сәғәткә тиклем һәр саҡ быуа биләмәһендә. Марат Миңлеғәли улы ҡотҡарыусы булып икенсе йыл эшләй. Пенсияға тиклем водитель булып эшләгән. Хаҡлы ялға сығып тормай, «Мираҫ» учреждениеһы саҡырыуы буйынса ошонда урынлашҡан. Яңы вазифаға керешкәнсе, башта уҡытҡандар: махсус курстар бөтөп, имтихан биргән. Беҙҙең хәбәрсе менән ҡотҡарыусы һөйләшкән арала быуаға икенсе ҡотҡарыусы ла килгән. Сергей Костровты ял көнөндә лә быуа үҙенә тарта. Ул да икенсе йыл эшләй.

– Беҙҙең иң ҙур проблема – иҫеректәр. Улар күп мәшәҡәт тыуҙыра, һәр саҡ һыуға төшөргә ынтылалар.

Шулай уҡ йөҙөргә яратыусылар, беҙҙең талаптарҙы инҡар итеп, рөхсәт ителгән ерҙән ситкә сығалар. Шул фажиғәләргә килтерә лә инде.

Эҫе көндәрҙә ҡотҡарыусылар хәл-торошто һәр саҡ контролдә тота, быуа тирәләй йөрөп торалар. Һалҡынсараҡ булғанда ҡотҡарыу пунктынан күҙәтәләр.

Регина Фәйезова материалы буйынса.

Автор фотолары

 

Быуала ҡотҡарыусылар бар!
Быуала ҡотҡарыусылар бар!
Быуала ҡотҡарыусылар бар!
Автор:
Читайте нас: