Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
27 Июль 2022, 13:40

Ғәҙәттән тыш янғын хәүефе көтөлә

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе янғын сығыу хәүефе хаҡында иҫкәртәләр. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәте буйынса, 27 июлдән 1 авгусҡа тиклем республикала урыны менән ғәҙәттән тыш янғын хәүефе көтөлә.

Ғәҙәттән тыш янғын хәүефе көтөлә
Ғәҙәттән тыш янғын хәүефе көтөлә

Шуға бәйле ведомствола республика халҡына һәм ҡунаҡтарына ошондай кәңәштәр бирәләр:

— урманда йәки торф ятҡылыҡтарында (хатта һыу ятҡылыҡтары янында) усаҡ яҡмаҫҡа;

— баҫыуҙарҙа йәки аҡландарҙа ҡоро үләнгә ут төртмәҫкә. Башҡаларҙың шулай эшләгәнен күрһәгеҙ, уларҙы туҡтатырға һәм үрт һалыуҙың нимәһе менән ҡурҡыныс икәнен аңлатырға тырышығыҙ;

— һүндерелмәгән тәмәке төпсөгө йәки шырпы ташламаҫҡа;

— автомобиль һәм мотоцикл менән урманға инмәҫкә — тауыш йотҡостоң осҡондары янғынға сәбәпсе булыуы ихтимал.

Башинформ

Автор:
Читайте нас: