Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
9 Август 2022, 15:00

Юл хәүефһеҙлеге буйынса яңы документ әҙерләнә

Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән ведомство-ара комиссия ултырышында Башҡортостанда юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген көсәйтеү буйынса республика программаһы әҙерләнеүе хаҡывнда һүҙ барҙы.

Юл хәүефһеҙлеге буйынса яңы документ әҙерләнә
Юл хәүефһеҙлеге буйынса яңы документ әҙерләнә

Яңы документ 2023 йылдан үҙ көсөнә инәсәк. Ул юл хәүефһеҙлеген көсәйтеүгә йүнәлтелгән сараларҙы яйға һаласаҡ.

Дөйөм алғанда, 2022 йылдың ете айлыҡ һөҙөмтәһе буйынса төбәктә юл фажиғәләренең кәмеүе күҙәтелә. Үткән йыл менән сағыштырғанда, юл-транспорт фажиғәләре – 13,4 процентҡа, йәрәхәтләнеүселәр – 10,8 (2 251 кеше йәрәхәтләнгән), һәләк булыусылар 17,3 процентҡа кәмегән (201 кеше һәләк булған). Шуның менән бергә июлдә генә республикабыҙҙа 52 кеше автомобиль фажиғәһе ҡорбаны булған.

 Был йәһәттән ултырыш барышында машина йөрөтөү мәҙәниәтен күтәреү, юл фажиғәһе хәлдәрен иҫкәртеүгә йүнәлтелгән өҫтәмә сараларҙың да көнүҙәклеге билдәләнде.

– Тәүге ярты йыллыҡты һәйбәт һөҙөмтә менән үттек. Тик июлдәге һандар эште дауам итергә кәрәклеген күрһәтте. Шуға күрә юл-транспорт ваҡиғаһын иҫкәртеүгә бәйле бөтәһен, һис шикһеҙ, индерергә кәрәк. Шуның менән бергә тәҡдимдәрҙе системаға һалырға, юл хәүефһеҙлеген көсәйтеү буйынса өҫтәмә саралар булдырырға кәрәк. Республикаға был йүнәлеш буйынса беҙҙең эште берләштергән документ талап ителә. Ноябрҙә тәҡдим ителгән саралар буйынса фекер алышырбыҙ, уларҙы тормошҡа ашырыу ваҡытын һәм финанслау сығанағын билдәләрбеҙ, – тине Радий Фәрит улы.

Фото: республика башлығы сайтынан

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: