Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
3 Декабрь 2022, 11:00

Башҡортостанда күләмле рейдтар көтөлә

 ЮХХДИ етәксеһе Владимир Севастьянов үҙенең телеграм-каналында водителдәрҙе ял көндәрендәге күләмле рейдтар хаҡында иҫкәртте.

Башҡортостанда күләмле рейдтар көтөлә
Башҡортостанда күләмле рейдтар көтөлә

«Ял көндәрендә республика юлдарында дәүләт автоинспекцияһы үҙәк аппараты хеҙмәткәрҙәренең өҫтәмә экипаждары эшләй. Федераль һәм төбәк автомобиль юлдарында экипаждарҙы көсәйтеү тураһында ҡарарҙы фажиғәләрҙе анализлағандан һуң ҡабул иттем. Республиканың ҡала һәм райондарында юл-патруль хеҙмәте экипаждарынан тыш, полицияның башҡа хеҙмәттәре лә йәлеп ителә. Өҫтәмә иҫкәртеү саралары ҡурҡыныс юл-транспорт ваҡиғаларына юл ҡуймауға һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән», – тип яҙған Владимир Севастьянов.

Автор:
Читайте нас: