Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
21 Декабрь 2022, 13:00

Яңы йыл байрамында бәлә-ҡазалар булмаһын ине!

Яңы йыл байрамдары алдынан магазин кәштәләре петардаларҙан, бенгаль уттарынан, гирляндаларҙан һығылып тора. Һәр кем барыбыҙ ҙа көтөп алған, яратҡан байрамды сағыу, иҫтә ҡалырлыҡ, күңелле итеп үткәрергә тырыша.

Яңы йыл байрамында бәлә-ҡазалар булмаһын ине!
Яңы йыл байрамында бәлә-ҡазалар булмаһын ине!

Шуға пирототехник тауарҙы күпләп ала. Әммә ҡай саҡ бәләкәй генә «бомба»ның да ҙур бәләгә килтереү ихтималлығын онотоп ебәрәбеҙ.  

Байрамға әҙерләнгәндә бына нәмәләрҙе хәтерҙән сығарырға ярамай: пиротехник тауарҙы сауҙа селтәренең һатыу лицензияһына эйә булған махсус магазиндарынан ғына һатып алырға кәрәк. Урам киоскыларына, ғәҙәттә, ялған тауар килеп эләгә. Үҙебеҙҙә етештерелгәнен һатып алыу яҡшыраҡ. Сит илдән килтерелгән тауарға рус телендә инструкция бирелергә тейеш. Унда изделиены ҡулланыу алымдары, һаҡлау шарттары, әҙерләнгән ваҡыты, ҡулланырға мөмкин булған ваҡыты, етештереүсенең реквизиттары һәм сертификатланыуы тураһындағы мәғлүмәттең мотлаҡ күрһәтелеүе шарт. 16  йәше тулмаған балаларға закон буйынса пиротехник тауарҙарҙы һатыу тыйыла.

Фатир эсендә петардалар шартлатыу йәки фейерверктар ойоштороу үтә ҡурҡыныс. Фейерверктар өсөн 100 квадрат метрҙан да кәм булмаған майҙандан да яҡшыһы юҡ. Эргә - тирәлә ағастар, йорттар, аҫылынып торған сымдар булмаһын. Петарданы ҡулланыр алдынан мотлаҡ инструкцияһы менән танышып сығығыҙ. Балалар үҙҙәре генә булғанда, бенгал уттарын ҡабыҙыу һәм петардалар шартлатыу тыйыла. Күмәк саралар үткәрелгән урын янғын һүндереү өсөн кәрәк- яраҡ менән тәьмин ителергә тейеш.

Яңы йыл байрамы барлыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгәндә генә күңелле иҫтәлектәр ҡалдырасаҡ.

Һүрәт асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: