Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
9 Ғинуар 2023, 14:00

Авариялы иртә йәки һалҡындар менән һынау

Бәләбәйҙең коммуналь хеҙмәттәре көсәйтелгән режимда эшләүен дауам итә. Уҙған аҙнала ҡаланы көрттән таҙартһалар, әле һалҡындар һынауын үтә.

Авариялы иртә йәки һалҡындар менән һынау
Авариялы иртә йәки һалҡындар менән һынау

Көслө һыуыҡтар ғәҙәттәгесә коммуналь хеҙмәттәрҙең етешһеҙ урындарын аса һәм тиҙ арала уларҙы бөтөрөргә мәжбүр итә. Бөгөн, 9 ғинуар иртәһе, хәүефле хәбәрҙән башланды – Үҙәк мәҙәниәт һарайы районында һыу торбаһы тишелгән һәм Интернациональ урамы буйлап һыу аға башлаған.

– Бәләбәй һыу каналы хеҙмәткәрҙәре аварияны бөтөрөү өҫтөндә эшләй һәм кискә уны теүәлләмәксе. Ҡулланыусыларға һыу биреү дауам итә, – тип хәлгә асыҡлыҡ индерҙе Бәләбәй ҡалаһы ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Ринат Йәнекәев.

Коммуналь аварияны бөтөрөүгә трактористар һәм экскаваторсылар йәлеп ителгән, бындай һыуыҡта улар тишелгән урынды тиҙерәк табырға тырыша.

Ҡала йәшәйешен тәьмин итеүсе хеҙмәттәр ҡулланыусыларҙы йылылыҡ, ут һәм һыу менән өҙөклөкһөҙ тәьмин итеү өсөн көсәйтелгән режимда эшләй, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенән.

Римма Солтанова материалы буйынса.

Елена Петрова фотоһы

 

Авариялы иртә йәки һалҡындар менән һынау
Авариялы иртә йәки һалҡындар менән һынау
Автор:
Читайте нас: