Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
18 Ғинуар 2023, 18:00

«Ҡаргиҙәр» операцияһы бара

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең бойороғона ярашлы, Башҡортостанда 16 ғинуарҙан 17 февралгә тиклем «Ҡаргиҙәр» айлығы бара.

«Ҡаргиҙәр» операцияһы бара
«Ҡаргиҙәр» операцияһы бара

«Ҡаргиҙәр» операцияһының төп маҡсаты – юлһыҙ урындарҙан йөрөгән мотосаралар, тракторҙар, үҙйөрөшлө машиналар һәм уларҙың тағылмалары кеүек техниканы ҡулланғанда йәрәхәтләнеү  хәүефе янауын иҫкәртеүгә, хоҡуҡ боҙоуҙарға юл ҡуймауға йүнәлтелгән. Техника хужаларына өҫтәмә рәүештә үҙйөрөшлө машиналарҙың техник торошона талаптар, транспортты файҙаланғандағы етешһеҙлектәр, шулай уҡ бындай транспорт менән идара иткәндә кәрәкле тракторсы-машинист танытмаһын алыу тәртибе тураһында хәбәр ителә.

Яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн Башҡортостандың Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы, Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы, «Башҡортостан Республикаһы һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә иҫкәртеү саралары үткәрелә, ҡануниәт боҙоусылар асыҡлана.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

 

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: