Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
30 Ғинуар 2023, 13:00

Янғындарҙа уҙған йылдағыға ҡарағанда өс тапҡыр күберәк кеше үлгән

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте «Башинформ» агентлығына хәбәр итеүенсә, 2023 йылдың 30 ғинуарына ҡарата республикала 484 янғын сыҡҡан, былтыр ошо уҡ осорҙа – 445.

Янғындарҙа уҙған йылдағыға ҡарағанда өс тапҡыр күберәк кеше үлгән
Янғындарҙа уҙған йылдағыға ҡарағанда өс тапҡыр күберәк кеше үлгән

«Ҡыҙғанысҡа күрә, 35 кеше янып үлгән, был уҙған йылдағыға ҡарағанда өс тапҡыр күбрәк – былтыр 12 кеше. Тағы 27 кеше төрлө дәрәжәләге йәрәхәттәр алған», ведомство статистиктары шундай мәғлүмәт биргән.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы граждандарҙы янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә, янған мейестәрҙе һәм эшләгән электр приборҙарын ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа, һүндермәйсә тәмәке төпсөктәрен ташламаҫҡа саҡыра.

«Ут йылдар буйы йыйылған мөлкәтте һанаулы минуттарҙа яндырып бөтөрөргә һәләтле, айырыуса яҡындарығыҙҙың ғүмерен өҙөүе ихтимал. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Янғын сыҡҡанда кисектермәй 101 и 112 телефондарына шылтыратығыҙ», – тип өҫтәнеләр министрлыҡтан.

Автор:
Читайте нас: