Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
7 Февраль 2023, 11:00

Төркиәгә Рәсәй ҡотҡарыусылары килгән

Ер тетрәү эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн Төркиәгә Рәсәйҙән 100 ҡотҡарыусы барып етте, тип хәбәр итә РИА Новости телеграм-каналы.

Төркиәгә Рәсәй ҡотҡарыусылары килгән
Төркиәгә Рәсәй ҡотҡарыусылары килгән

Ғәҙәттән тыш хәлдәр зонаһында аэромобиль госпиталь йәйелдерелгән. Рәсәй ҡотҡарыусылары эҙләү эштәре өсөн үҙҙәре менән ҡорамал  алып килгән, шулай уҡ улар иҫәбендә кинологик расчеттар ҙа бар.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Төркиәлә ер тетрәү һөҙөмтәһендә  2921 кеше һәләк булған, 15 834 кеше йәрәхәтләнгән.

Рәсәй туристары өсөн фажиғәгә бәйле ҡайнар бәйләнеш телефоны эшләй: +7 499 678-12-03 (юллама буйынса киткәндәр өсөн) һәм +7 495 695-45-45 (үҙ аллы сәйәхәт итеүселәр өсөн).

Башинформ кисә хәбәр иткәнсә, Төркиә президенты Эрдоган 12 февралгә тиклем илдәрендә матәм иғлан итте.

 

Автор:
Читайте нас: