Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
10 Февраль 2023, 11:00

Йорт һәм балкон ҡыйығына эленеп торған боҙ йәки боҙбармаҡтар күрһәгеҙ, хәбәр итегеҙ!

Бының өсөн уңайлы ысул бар - Башҡортостанда ашығыс оператив хеҙмәттәрҙе саҡырыу өсөн 112 системаһының мобиль ҡушымтаһы эшләй. Ошо ҡушымта аша хәл-ваҡиға тураһында тиҙ генә хәбәр итергә һәм ярҙамға саҡырырға мөмкин.

Йорт һәм балкон ҡыйығына эленеп торған боҙ йәки боҙбармаҡтар күрһәгеҙ, хәбәр итегеҙ!
Йорт һәм балкон ҡыйығына эленеп торған боҙ йәки боҙбармаҡтар күрһәгеҙ, хәбәр итегеҙ!

 Боҙ ҡатламы һәм боҙбармаҡтар тураһында нисек хәбәр итергә кәрәклеген аңлатабыҙ:
1. Ҡушымтаны асығыҙ һәм теркәлегеҙ.
2. Бинаның аныҡ адресын күрһәтегеҙ һәм «SOS» тигән ҡыҙыл төймәгә баҫығыҙ.
3. Мөрәжәғәттең асылын тасуирлағыҙ (мәҫәлән, «балконды боҙ ҡатламынан таҙартырға кәрәк»).
4. Фото- йәки видеоматериалды беркетеп, «саҡырыуҙы раҫларға» төймәһенә баҫығыҙ.

Ҡушымтала тағы ниндәй файҙалы опциялар барлығына иғтибар итегеҙ:

✔ Ашығыс хәл килеп тыуған осраҡта - һеҙҙең ҡайҙа булыуығыҙҙы беләсәктәр.
✔ Ҡушымта аша ашығыс хеҙмәт саҡыртҡанда - диспетчер һеҙҙең профилдәге мәғлүмәттәрҙе, телефон номерын күрәсәк һәм ҡайҙа булыуығыҙҙы аныҡ билдәләйәсәк.
✔ Саҡырыу карточкаһына ваҡиға урынынан һүрәтләмә, фото, аудио һәм видео өҫтәргә мөмкин - улар һеҙ мөрәжәғәт иткән хеҙмәткә тиҙ һәм аныҡ ҡарар ҡабул итергә ярҙам итәсәк.
✔ Ғариза статусын ҡарап барырға, шулай уҡ ҡушымталағы үҙеңдең бөтә ғаризаларыңды күрергә мөмкин.
✔ Туристар төркөмөн теркәргә булла:
- ул хәүефһеҙлек һәм кәрәк булған осраҡта ваҡытында квалификациялы ярҙам алыу өсөн кәрәк.
✔ Әгәр төбәктә интернетҡа инеү йәки хәл-ваҡиғаны теркәү мөмкинлеге булмаһа, ғаризағыҙ һеҙҙең хаҡтағы геомәғлүмәттәр, исем-шәрифегеҙ һәм хәлдең тасуирламаһы менән смс-хәбәр рәүешендә ебәрелә.
✔ Ҡушымтала Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының мөһим мәғлүмәттәре һәм яңылыҡтары менән танышырға мөмкин.
Башҡортостанда 1500-ҙән ашыу ҡулланыусы «112» мобиль ҡушымтаһын күсереп алған да инде. Уны телефонығыҙға күсереп алыу өсөн һылтанма буйынса үтегеҙ:

  Android өсөн: https://vk.cc/cloHzx
  IOS өсөн: https://vk.cc/clpboB

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

 

Автор:
Читайте нас: