Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
21 Февраль 2023, 14:00

Тәбиғәт ғәрәсәте тынмай

Бөгөн төндә Төркиәлә 5,8 һәм 6,4 магнитудалы яңы ҡеүәтле ер тетрәүҙәре теркәлгән.

Тәбиғәт ғәрәсәте тынмай
Тәбиғәт ғәрәсәте тынмай

Уларҙың араһы 17 минут тәшкил иткән. Был юлы ла илдең көньяҡ-көнсығышы, Хатай провинцияһы зыян күргән. Шулай уҡ Сүриә, Ливан, Израиль, Ираҡ, Палестина һәм Кипрҙа тирбәлеүҙәр тойолған. Сүриә матбуғат саралары хәбәр итеүенсә, уларҙың сейсмологтары Төркиә менән сиктәш урында 6,3 магнитудалы ер тетрәүен теркәгән, уның үҙәге 16 километр тәрәнлектә булған.

Анталья, Мерсин һәм Хатай провинциялары властары халыҡты диңгеҙҙән алыҫ булырға саҡыра, сөнки бында уның кимәле күтәрелеү хәүефе бар.

Төркиәнең Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әлегә өс кешенең һәләк булыуы, 213 йәрәхәтләнеүсе тураһында билдәле. Шулай уҡ емерелгән йорттар һәм биналар бар. Төркиә властары хәбәр итеүенсә, Дефне, Хатай райондарында йорттар емерелгән. Уларҙың аҫтында кешеләр ҡалған.

Сүриәлә шулай уҡ йорттар емерелгән, мәҫәлән Эль-атариб, Алеппо ҡалаларында, унда ла емереклектәр аҫтында кешеләр ҡалған.

Артабан тәбиғәт ғәрәсәттәренең булмауын теләйбеҙ. 

Фото: 103news.com

 

Автор:
Читайте нас: