Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
9 Март 2023, 16:00

Ташҡындың ҡасаныраҡ башланыры билдәле

Күп йыллыҡ күҙәтеүҙәрҙәргә ҡарағанда, Башҡортостан биләмәһендә ташҡын хәүефе көслө булған 200-ҙән ашыу йылға бар. Йышыраҡ бәләкәй дала йылғалары, шулай уҡ Ағиҙел, Өфө, Дим йылғалары ярҙарынан сыға. Был турала бөгөн «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Башҡоростандыңгидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы начальнигы Вилора Горохольская хәбәр итте.

Ташҡындың ҡасаныраҡ башланыры билдәле
Ташҡындың ҡасаныраҡ башланыры билдәле

«Уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәргә ярашлы, йылғалар  7-17 апрелдә таша башлауы ихтимал. Оҙайлы фараз бирә алмайбыҙ. Һыуҙың максималь кимәле норманан түбәнерәк булыр тип көтәбеҙ. Яуым-төшөм күләме лә иҫәпкә алынған. Тупраҡтың туңыу тәрәнлеге, ҡар запасы ташҡын ваҡытында хәлде билдәләгән төп күрһәткестәр булып тора. Барлыҡ ошо параметрҙар фараз әҙерләгәндә анализлана, ул марттың өсөнсө декадаһына әҙер булырға тейеш», — тип билдәләне ул.

 

Автор:
Читайте нас: