Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
21 Март 2023, 12:00

«Бурыслы» операцияһы башланды

Башҡортостанда «Бурыслы» операцияһы старт алды. Был хаҡта Башҡортостандың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов хәбәр итте.

«Бурыслы» операцияһы башланды
«Бурыслы» операцияһы башланды

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусыны туҡтатып, уны мәғлүмәттәр базаһы буйынса тикшерә. Бынан алда һалынған штрафты түләмәгәнлеге асыҡланһа, административ материал төҙөлә. Судта ғәйеплене 15 тәүлеккә ҡулға алыуҙары ихтимал. 

«Йыл башынан Рәсәй Федерацияһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 20.25-се статьяһына ярашлы, Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 1800-ҙән ашыу хоҡуҡ боҙоусы административ яуаплылыҡҡа тарттырған. Шуға һәр автоһәүәҫкәргә водителдәр тарихын ентекле тикшерергә кәңәш итәм, — тип билдәләне Севастьянов. — Әгәр түләнмәгән штрафтар булһа, тиҙ арала түләп ҡуйырға кәрәк».

Башинформ

Автор:
Читайте нас: