Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
26 Май 2023, 17:00

Бәләбәйҙәр – иң яҡшылар иҫәбендә!

Йәш юл хәрәкәте инспекторҙарынан торған иң яҡшы мәктәп командалары йыл һайын уҙғарылыусы «Хәүефһеҙ тәгәрмәс – 2023» республика конкурсына йыйыла. Традиция буйынса, унда Бәләбәй ҡалаһы Башҡорт гимназия-интернатының дүртенсе класс уҡыусылары ҡатнаша.

Бәләбәйҙәр – иң яҡшылар иҫәбендә!
Бәләбәйҙәр – иң яҡшылар иҫәбендә!

Беҙҙең район исеменән конкурста Анастасия Никулина, Александр Саватнеев, Ләйлә Солтанова һәм Әмил Хәсәнов лайыҡлы сығыш яһанылар. Быйыл сара Мәләүез районының йәмле Нөгөш ауылы эргәһендә «Тау һауаһы»  балалар һауыҡтырыу лагерында уҙҙы. Бер нисә көн рәттән балалар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белеүҙә ярышты, велосипедта йөрөй белеүҙәрен күрһәтте, күмәк мәҙәни сараларҙа, квестарҙа, уйындарҙа ҡатнашты. Бер һүҙ менән әйткәндә, уйнап ярыштылар!

Ярыштар бер нисә этапта уҙҙы. Шуларҙың  иң ҡатмарлыһында – «Велосипедта фигуралы йөрөү» – Бәләбәйҙең йәш инспекторҙары конкурс финалында бөтә республиканан килгән 59 команда араһында дүртенсе булды.  

Балалар беренсе ярҙам күрһәтә белеү һәләтен күрһәтте, велосипедта ҡаршылыҡтар һыҙатын үтте. Быларҙан тыш, малайҙар һәм ҡыҙҙар ғәмәлдә автоҡаласыҡта юлдарҙа йөрөү ҡағиҙәләрен белеүҙәрен күрһәтте.

– Балалар конкурс һөҙөмтәләренән, унда ҡатнаша алыу, төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыуҙан, шул иҫәптән МЧС ҡотҡарыусылары менән осрашыуҙан, патруль автомобилен яҡындан күреп танышыуҙан ҡәнәғәт ҡалдылар, – тип һөйләне юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторы Дилара Шәйәпова. Ул шулай уҡ ярыштарҙың юғары кимәлдә ойошторолоуын һәм бай программалы булыуын билдәләне.

Светлана Шириня материалы буйынса.

Дилара Шәйәпова фотолары

Бәләбәйҙәр – иң яҡшылар иҫәбендә!
Бәләбәйҙәр – иң яҡшылар иҫәбендә!
Автор:
Читайте нас: